Эстәлеккә күсергә

Ишмөхәмәт (Фёдоровка районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ишмөхәмәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Фёдоровка районы

Координаталар

53°09′27″ с. ш. 55°28′11″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 254 805 004

ОКТМО коды

80 654 405 131

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ишмөхәмәт (Рәсәй)
Ишмөхәмәт
Ишмөхәмәт
Ишмөхәмәт (Фёдоровка районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ишмөхәмәт

Ишмөхәмәт (рус. Ишмухаметово) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 73 кеше[1]. Почта индексы — 453295, ОКАТО коды — 80254805004.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 73 32 41 43,8 56,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Һынташ урамы (рус. Сынташевская (улица))

Ишмөхәмәт (Һынташ) ауылы XIX быуаттың 20-се йылдарында барлыҡҡа килә, Ишмөхәмәт Ҡобашев исемен йөрөтә, ул 1801 йылда тыуған. Ауылға нигеҙҙе хәҙерге Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылы кешеләре һала[2]. 1834 йылда ауылда 169 кеше йәшәгән 27 йорт хужалығы була. 25 йылдан һуң 40 йортта 238 кеше йәшәгән. 1920 йылда 60 йорттоң һәр береһенә 5-әр кеше була.

1842 йылда 169 кешегә ужым игене — 264, яҙғы иген 824 бот сәселә. Уларға 182 баш йылҡы, 340 баш һыйыр малы, 158 һарыҡ, 5 баш кәзә тура килгән. Бөтә ауылға 5 умарта булған[3].